7 декабрь, Шаршамбы

07 июнь 2012 йыл, 10:46

Башҡортостандың ике районындағы сәсеүлектәрҙе боҙло ямғыр һуҡҡан

автор: Ғәлиә Нәбиева

Туймазы һәм Бүздәк районы сәсеүлектәрен көслө ямғыр йыуҙы һәм борсаҡ һуҡты, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Республиканың ике районында йәмғеһе өс меңгә яҡын гектарҙағы сәсеүлектәр һәләк булған.

Туймазы районында яуымдың интенсивлығы сәғәтенә 30 миллиметрға еткән. Көслө яуындан ҡалғанды диаметры 22 миллиметрҙан да кәм булмаған боҙ һәләк иткән. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Мәтәүтамаҡ» агрофирмаһы быҫыуҙары айырыуса ҙур зыян күргән. Комиссия 620 гектар майҙандағы сәсеүлектәрҙең һәләк булыуын теркәгән. Былар шәкәр сөгөлдөрө, кукуруз, борсаҡ, ужым арышы. Яҡынса зыян 4 млн һумға баһаланған. Ауыл хужалығы предприятиеһы сәсеүлектәре страховкаланмаған булған, шуға күрә зыянды ҡаплау мөмкинлеге юҡ.

Бүздәк районында борсаҡ яуыуҙан ике хужалыҡтың — «Ҡыҙаш» ауыл хужалығы етештереү кооперативы менән «Бүздәк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баҫыуҙары зыян күргән. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы әйтеүенсә, сәселгән культураларҙың ике меңдән ашыу гектары һәләк булған. Әлеге ваҡытта районда тергеҙеү эштәре алып барыла, кукуруз, шәкәр сөгөлдөрө, судан үләне яңынан сәселә. Яҡынса иҫәпләүҙәргә ярашлы, тәбиғәт стихияһынан иҡтисади зыян Бүздәк районында яҡынса 25 млн һумды тәшкил итә.