Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Өфө ҡала Советы өфөлөләрҙең Ҡала көнөнә ҡарата фекерҙәрен асыҡлай

Сәйәсәт

Өфө ҡала Советы өфөлөләрҙең Башҡортостандың баш ҡалаһында йола буйынса 12 июндә билдәләнеүсе Ҡала көнө тураһындағы фекерҙәрен асыҡлай. Был уңайҙан социологик һорау алыу Ҡала Советының рәсми сайтында үткәрелә.

Сайтҡа ингәндәргә, Ҡала көнөн билдәләйһегеҙме һәм дөйөм алғанда был көнгә ниндәй ҡараштаһығыҙ, тигән һорауҙарға яуап бирергә тәҡдим ителә.  Бығаса яуап биргәндәрҙең күбеһе (яҡынса 56%) Ҡала көнөнә һәм уның айҡанлы үткәрелгән сараларға ыңғай ҡарауҙарын теркәгән. Респонденттар фекеренсә, бындай байрам ошо рәүешле һәр ҡалала билдәләнергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта һорауға яуап биреүҙә ҡатнашҡандарҙың  44 проценты Ҡала көнөн кисен ойошторолған фейерверк һәм ял итеү мөмкинлеге өсөн генә яратыуын йәшермәй.

«Башинформ» агентлығына ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тауыш биреүгә 12 июндән һуң йомғаҡ яһаласаҡ.

Теги: ҡала көнө
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть