3 декабрь, Шәмбе

07 июнь 2012 йыл, 9:09

Өфөлә Башҡортостандың Рәсәй Иҫәп палатаһы менән хеҙмәттәшлеге мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үтте

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

6 июндә Республика Йортонда Рәсәй Иҫәп палатаһы Рәйесе Сергей Степашин менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов төбәк һәм контроль ведомствоһы араһында хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Унда Иҫәп палатаһы Аппараты етәксеһе Сергей Шахрай, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды генераль директоры Константин Цицин, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре ҡатнашты.

Кәңәшмәлә 2010-2011 йылдарҙағы тикшереүҙәр барышында Башҡортостанда палата аудиторҙары менән асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү мәсьәләһе тикшерелде.

Билдәләнеүенсә, ҡағиҙә боҙоуҙарҙы бөтөрөү буйынса план әҙерләнгән, ул 73 сараны үҙ эсенә ала. Шуларҙың 58-һе бөгөнгә көндә үтәлгән, 15-е тормошҡа ашырылыу өҫтөндә, әммә билдәле ҡыйынлыҡтар килеп тыуған саралар ҙа бар.

— Рәсәй Иҫәп палатаһы менән бәйләнештәребеҙҙе юғары баһалайбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Ул республиканың социаль-иҡтисади үҫеше мөмкинлектәренең, уның ресурстарының һөҙөмтәлелеген анализлауға йүнәлтелгән. Һәр йүнәлеш буйынса ғәҙел һәм намыҫлы эш алып барылыуын теләйбеҙ. Беҙгә иҡтисадыбыҙҙың, хужалыҡ механизмының бөтөн көслө һәм йомшаҡ яҡтарын белергә кәрәк, һәм бында беҙгә, әлбиттә, контроль-иҫәп органдары етди ярҙам күрһәтә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.

Ул йәнә, Башҡортостандың Рәсәй Иҫәп палатаһы менән хеҙмәттәшлеге 2010 йылдағы үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ярашлы алып барыла, тип билдәләне. Уның маҡсаты — төбәк үҫешен стратегик планлаштырыу һәм контролдә тотоу буйынса уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу.

— Былтыр беҙ берлектәге эш төркөмө булдырҙыҡ, уның 2011-2012 йылдарға эш планын раҫланыҡ, унда Башҡортостандың берләштерелгән контракт системаһын формалаштырыу буйынса саралар комплексы ингән. Бөгөн беҙ ошо системаның мәғлүмәти-технологик макетын әҙерләйбеҙ. Әммә Иҫәп палатаһы, иң элек, – контроль органы ул, — тип билдәләне республика башлығы.

Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса Сергей Степашин Рөстәм Хәмитовҡа финанс контролен нығытыуы һәм дәүләт, муниципаль финанс контроле системаһын аяҡҡа баҫтырыуға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн миҙал тапшырҙы. Наградлау тураһындағы ҡарар Рәсәй Контроль-иҫәп органдары ассоциацияһы Президиумы менән ҡабул ителгән, тип хәбәр иттеләр республика Президентының матбуғат хеҙмәтендә.