10 декабрь, Шәмбе

06 июнь 2012 йыл, 15:20

Өфө зоопарк төҙөр өсөн инвестор эҙләй

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Өфөлә зоопарк төҙөлөүе ихтимал. «Башҡортостан урмансылары паркы» уны урынлаштырыу өсөн иң ҡулай вариант иҫәпләнә.

Әле был майҙан ташландыҡ хәлдә. Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов әйтеүенсә, паркты төҙөкләндерер өсөн, уны киренән ҡала милкенә ҡайтарыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.

— Ауыл хужалығы министрлығының унда урынлашҡан ҙур булмаған ҡырағай йәнлектәр вольерын иҫәпкә алып, был паркта дәүләт-шәхси йәки муниципаль-шәхси партнерлыҡ принциптарында зоопарк менән бергә рекреацион зона төҙөү тураһында һүҙ бара, — тип пландары менән уртаҡлашты ул көн элгәре үткән хакимиәт башлығы ҡарамағындағы Өфөнөң инвестицион климатын яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында.

Потенциаль инвесторҙарға мөрәжәғәт итеп, мэр, улар паркта бөтөн кәрәкле рекреацион инфраструктура ойоштороуға рөхсәт аласаҡ, әммә зоопарк төҙөү шарты менән, тип билдәләне.