7 декабрь, Шаршамбы

06 июнь 2012 йыл, 14:08

Башҡортостанда Рәсәй көнөнә пенсиялар ваҡытынан алда биреләсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

10, 11 июндең ял көндәре булыуы һәм 12 июндә Рәсәй көнө билдәләнеүе арҡаһында республикалағы почта элемтәһе ойошмалары пенсияларҙы һәм башҡа төрлө социаль түләүҙәрҙе махсус график буйынса таратасаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.

Өфө, Ағиҙел, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат ҡалаларында, Ҡалтасы, Краснокама, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Өфө райондарында 7 июндә пенсионерҙар 7-һе һәм 10-ы өсөн социаль түләүҙәр аласаҡ. Ошо уҡ райондарҙа 8 июндә — 8-ҙе һәм 11-е өсөн, 9 июндә 9-ҙы һәм 12-һе өсөн пенсиялар таратыласаҡ.

Республиканың башҡа райондары һәм ҡалаларында түләүҙәр 11 июндә башҡарыла. 13 июндән түләүҙәр билдәләнгән графикка ярашлы башҡарыласаҡ.