4 декабрь, Йәкшәмбе

06 июнь 2012 йыл, 13:31

Илештә Муса Гәрәевҡа арналған һабантуй үткәрелә

автор: Тимур Рәхмәтуллин

10 июндә Илеш районының Үрге Йәркәй ауылы янында данлыҡлы яҡташтары, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған һабантуй үткәрелә. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, байрамға күренекле осоусының туғандары һәм яҡындары, Өфөнән абруйлы ҡунаҡтар киләсәк.

Һабантуй программаһында театрлаштырылған тамашалар, барабансыларҙың күрһәтмә сығыштары, алдынғы хеҙмәтсәндәрҙең һәм ауыл хужалығы техникаһының парады, милли уйындар, ат сабыштары, байрам концерты ҡаралған. Ҡунаҡтар һәм район халҡы өсөн ойоштороусылар үҙенсәлекле бүләк – авиация байрамы әҙерләй.

11 июндә тантаналар Муса Гәрәевтың бала сағы үткән Ташшишмә ауылында дауам итәсәк.

темалар: һабантуй