3 декабрь, Шәмбе

06 июнь 2012 йыл, 12:58

Информатика, биология һәм тарих буйынса БДИ һөҙөмтәләре 8 июндән дә һуңға ҡалмайынса билдәле буласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары, биология һәм Рәсәй тарихы буйынса тәүге Берҙәм дәүләт имтихандарының һөҙөмтәләре 8 июндән дә һуңға ҡалмайынса билдәле буласаҡ. Был турала «Башинформ» агентлығына БР Төбәк мәғлүмәт эшкәртеү үҙәге директоры Андрей Блинов хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, был дисциплиналарҙы уҡыусылар теләк буйынса 28 майҙа тапшырғайны.

Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт (Рособрнадзор) үрҙә аталған фәндәр буйынса минималь балл күләмен билдәләгән: информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары буйынса — 40 балл, биология буйынса — 36, тарих буйынса — 32.

Информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары буйынса — уҡыусыларҙың 11,1 проценты, биология буйынса — 8,2%, тарих буйынса 12,9% минималь сиктән үтә алмаған.  

Информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары буйынса — 315 ҡатнашыусы, тарихтан — 195, биологиянан 51 уҡыусы 100 балл йыйған.

Бөтә ил буйынса йәмғеһе 153000 кеше биологиянан БДИ тапшырһа, тарих буйынса имтиханда — 141000, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары буйынса имтиханда 57000 кеше ҡатнашҡан, тип хәбәр итә Рособрнадзорҙың матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостанда биологияны – 5207, тарихты – 3392, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологияларын 2658 уҡыусы тапшырған.

темалар: бди