11 декабрь, Йәкшәмбе

06 июнь 2012 йыл, 12:39

Өфөгә Швейцария һәм Словакия Хоккей федерациялары вәкилдәре килде

автор: Дмитрий Слезин | фото: Управление спортмероприятий РБ

Өфөгә эш сәфәре менән Роман Улехла (Словакияның Хоккей федерацияһы), Мануэле Челио һәм Клаудиа Челио-Ламбриггер (Швейцария Хоккей федерацияһы) килде. Башҡортостандың баш ҡалаһы менән танышыу, ҡунаҡханаларҙы һәм 2013 йылда йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты уйындары үтәсәк боҙ ареналарын ҡарау визиттың төп маҡсаты ине.  

Ҡунаҡтар турнир үтәсәк ике майҙанда: «Өфө-Арена»ла ла, Спорт һарайында ла булды. «Президент-Отель», «Амакс» ҡунаҡхана комплекстарында йәшәү шарттары, уның эргәһендәге инфраструктура (магазиндар, ресторандар, сауҙа үҙәктәре) менән танышты.

Швейцария менән Словакияның хоккей функционерҙары йәнә БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы етәкселеге менән осрашты.

темалар: хоккей