5 декабрь, Дүшәмбе

06 июнь 2012 йыл, 11:52

Стәрлетамаҡ физкультура техникумы 80 йыллығын билдәләй

автор: Людмила Терновая

Стәрлетамаҡ физик культура техникумы 80 йыллығын билдәләй. Ҡала мәҙәниәт һарайында техникумды һуңғы йылдарҙа тамамлаған сығарылыш уҡыусыларын йыйған юбилей кисәһе үтте. Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айҙар Ғәлимов, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренең спорт профилендәге юғары уҡыу йорттары ректорҙары уның почетлы ҡунаҡтары булды.

— Стәрлетамаҡ физкультура техникумының 80 йыллығы — беҙҙең республика өсөн дә, Рәсәй өсөн дә мөһим ваҡиға, — тип билдәләне Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова. — Барыһына ла билдәле булыуынса, Стәрлетамаҡ техникумы Башҡортостандың адаптив спортында башлап юл ярыусы булды. Башҡортостан спортсыларының бихисап спорт ярыштарындағы һәм Паралимпия уйындарындағы юғары ҡаҙаныштары — оҫта ойошторолған белем биреү процесының һәм педагогтар коллективы профессионализмының һөҙөмтәһе ул.

Байрам кисәһе концерт һәм директор Миҙхәт Мусаҡаев менән техникум уҡытыусыларын тәбрикләү менән тамамланды. Быйыл йыл аҙағына тиклем Стәрлетамаҡ физкультура техникумының 80 йыллығын байрам итеү сиктәрендә республикала бер нисә спорт һәм фәнни саралар үткәреләсәк.

темалар: юбилей,мәғариф