4 декабрь, Йәкшәмбе

06 июнь 2012 йыл, 10:52

Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри байрамы үткәрелә

автор: Эльмира Сабирова

Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында йома, 8 июндә, Бөтә Рәсәй социаль хеҙмәткәрҙәр көнөнә арналған тантана үткәрелә.

Социаль хеҙмәткәрҙәр байрамы 2000 йылда Рәсәй Президенты указы менән булдырылған. Шулай ҙа социаль яҡлау хеҙмәте күпкә иртәрәк барлыҡҡа килгән. 8 июнь датаһы ла осраҡлы түгел. Тап ошо көндө 1701 йылда Петр I дәүләт социаль яҡлау системаһына нигеҙ һалыусы указ ҡабул итә.

Әле республиканың социаль яҡлау органдарында 13 меңгә яҡын хеҙмәткәр эшләй.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, байрам программаһында «Иң яҡшы социаль хеҙмәткәр» республика конкурсының һәм беренсе «Мин яратам һине, тормош!» оло йәштәгеләр ижады фестивале еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы ла ҡаралған.  

Башлана — 16.30-ҙа.

темалар: байрамдар