Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә Рәсәй Контроль-иҫәп органдары ассоциацияһы Президиумының ултырышы асылды

Сәйәсәт

Өфөлә бөгөн Рәсәй Федерацияһы Контроль-иҫәп органдары ассоциацияһы Президиумының ултырышы асылды. Уның эшендә РФ Иҫәп палатаһы рәйесе, Контроль-иҫәп органдары ассоциацияһы (АКСОР) рәйесе Сергей Степашин етәкселегендә Рәсәй Федерацияһы субъекттарының контроль-күҙәтеү органдары вәкилдәре ҡатнаша.  

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев фекеренсә, бөгөн АКСОР бюджет средстволарын үҙләштереүҙе финанс йәһәттән контролдә тотоу мәсьәләһен уңышлы хәл итә.

— Беҙ дәүләт милкен үҙләштереүселәр менән аяуһыҙ көрәш алып барырға, идара итеүгә бәйле ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың һөҙөмтәлелеген тәьмин итергә тейешбеҙ. Беҙҙең бурыс – һәр бюджет һумының һөҙөмтәле эшләүен тәьмин итеү, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Толкачев.

Уның әйтеүенсә, Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау кеүек төрлө өлкәләрҙә аҡсаның нисек үҙләштерелеүенә бюджет учреждениеларына әллә күпме тикшереү үткәреүҙә ҡатнашҡан.

Әлеге ваҡытта контроль-иҫәп органдарының дәүләт мәғлүмәт-аналитика системаһы практикала әүҙем эшләй.  

— Асыҡланған етешһеҙлектәрҙе йәшереп ҡалдырмайынса, беҙ халыҡтың ышанысын нығытабыҙ. Республиканың Контроль-иҫәп палатаһы етешһеҙлектәрҙе асыҡлауҙа тыш, уларҙың барлыҡҡа килеү сәбәбен дә атай. Беҙ Башҡортостанда муниципаль финанс контроле системаһын булдырҙыҡ, аҡсаның һәр һумы эшкә китһен өсөн, был өлкәлә хоҡуҡ һаҡлау органдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Бюджет ресурстарын контролләү буйынса бай тәжрибә тупланыҡ. Эшләнмәләребеҙ илдең башҡа төбәктәренә лә файҙалы булыр, тип ышанабыҙ, — тине республика парламенты спикеры.

Башҡортостан Президенты исеменән ул АКСОР Президиумы ултырышында ҡатнашыусыларға һөҙөмтәле эшмәкәрлек теләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть