Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан аграрийҙары баҫыуҙарҙың 70 процентында химик утау үткәрҙе

Иҡтисад

Башҡортостан аграрийҙары ауыл хужалығы культуралары сәсеүлектәрен тәрбиәләүгә төштө. Бөгөнгө көндә 828 мең гектарҙа химик утау үткәрелгән, был баҫыуҙарҙың 70 процентын тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Былтыр был датаға ҡарата сәсеүлектәрҙе тәрбиәләүҙе саҡ башлағайнылар.

Агротехник эштәрҙең был төрөн Архангел, Дүртөйлө, Ейәнсура, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош райондары тулыһынса тамамлаған. Баҡалы, Борай, Бөрйән, Краснокама, Нуриман, Шаран райондарында баҫыуҙарҙың һуңғы гектарҙары эшкәртелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть