9 декабрь, Йома

05 июнь 2012 йыл, 17:42

Рөстәм Хәмитов уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты

автор: Сергей Захаров

5 июндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2011-2012 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Дмитрий Медведев 2011 йылда төбәк мәғариф системаларын яңыртыу буйынса күләмле проект старт алыуын билдәләне. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 2011-2013 йылдарҙа федераль бюджеттан 120 млрд һум бүлеү ҡаралған.

— Быйыл төбәктәргә 60 миллиард һум йүнәлтеләсәк. 30 миллиард һум күләмендәге беренсе транш күсте лә инде, был аҡсаны мөмкин ҡәҙәр һөҙөмтәле ҡулланыр өсөн барыһын да эшләргә кәрәк. Йәй эсендә — яңы уҡыу йылына тиклем ремонт үткәрелергә, ҡорамалдар һатып алынырға тейеш, уларҙың, әлбиттә, замансаһын һатып алыу планлаштырыла, — тине Хөкүмәт Рәйесе.

Рәсәй Хөкүмәте менән билдәләнгән тағы бер өҫтөнлөклө бурыс – уҡытыусыларҙың эш хаҡын һәр төбәктә иҡтисад буйынса уртаса кимәлгә еткереү.  

— Беҙ, әлбиттә,  барыбыҙ ҙа уҡытыусы статусын мөмкин тиклем күтәрергә теләйбеҙ — был төп бурыс. Уның социаль хәле, етеш йәшәүе. Ахыр сиктә, һәр төбәктең уңышлы үҫешеүе лә ошоға бәйләнгән, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дмитрий Медведев.

темалар: мәғариф