5 декабрь, Дүшәмбе

05 июнь 2012 йыл, 17:23

Йорттарға капиталь ремонт үткәреүгә Башҡортостан өҫтәмә рәүештә 72 млн һумдан ашыу аҡса аласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Федераль Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фондын реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды Идараһы 5 июндә Башҡортостандың 2012 йылда күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт үткәреү һәм граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан яңыһына күсереү өсөн финанс ярҙамы алыуға заявкаһын хупланы.

Федераль ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фондын реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондынан 72,55 млн һум аҡса аласаҡ. Төбәк өҫтәп финанслау тәртибендә 36,96 млн һум бүлергә тейеш. Был средстволар ике күп фатирлы йортта капиталь ремонт үткәреүгә һәм 11 авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе икенселәренә күсереүгә йүнәлтеләсәк. Был программаларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 334 кеше йәшәү шарттарын яҡшыртасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2008-2012 йылдарҙа Башҡортостанға күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт үткәреү һәм граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан яңыһына күсереү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн Фонд средстволары иҫәбенән 10,67 млрд һум бүленде. Өҫтәп финанслау тәртибендә төбәк 4,18 млрд һум өҫтәне. Был аҡсалар 214773 кеше йәшәгән 1170 күп фатирлы йортта капремонт үткәреүгә, шулай уҡ 591 авария хәлендәге торлаҡта йәшәгән 15735 кешегә яңы йорттарҙан фатир биреүгә йүнәлтелде.

Бөгөн Дәүләт корпорацияһы тағы бер нисә төбәктең заявкаһын хупланы. Улар араһында Адыгея Республикаһы, Омск, Кемерово, Новосибирск һәм Иркутск өлкәләре бар.