8 декабрь, Кесе йома

05 июнь 2012 йыл, 17:03

Һәр өфөлөгә 17,5 мең һум бюджет аҡсаһы тура килә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостандың баш ҡалаһы бюджет менән тәьмин ителеш кимәле буйынса Рәсәйҙең тәүге ун ҡалаһы исемлегенә эләкмәне. Йән башына 17,5 мең һумға тиң күрһәткес менән Өфө Федерацияның 15 субъектының баш ҡалаһы рейтингында 11-се урында килә. Төбәк иҡтисадын тикшереү үҙәге ошондай мәғлүмәт бирә.

Үҙәк менән 2011 йыл буйынса үткәрелгән тикшереү һөҙөмтәләренә ярашлы, беренсе баҫҡысты Красноярск алған, унда һәр кешегә 28,2 мең һум ҡаҙна аҡсаһы тура килә. 27 мең менән Ҡаҙан икенсе урында тора, өсөнсөлә — Силәбе — 25,8 мең һум. Рәсәйҙең иң эре 15 ҡалаһы араһында иң түбән тәьмин ителеш кимәле Омскиҙа күҙәтелә — 12,8 мең һум.

Әйткәндәй, был рейтингыға индерелмәгән Мәскәү менән Санкт-Петербургта йән башына 134,8 һәм 88,6 мең һум бюджет аҡсаһы тура килә.

темалар: бюджет,рейтинг