11 декабрь, Йәкшәмбе

05 июнь 2012 йыл, 16:42

Ҡырмыҫҡалы районында «Любезники, любизар» республика байрамы үткәрелә

автор: Людмила Терновая

Ҡырмыҫҡалы районында 10 июндә һабантуй сиктәрендә Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуға арналған «Любезники, любизар» фольклор-театрлаштырылған халыҡ ижады байрамы үтәсәк. Байрам 1812 йылғы Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың берҙәмлеген һәм дуҫлығын нығытыу, үҫеп килеүсе йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында үткәрелә.

Байрам программаһында — театрлаштырылған тамаша, шулай уҡ хәрби-тарихи реконструкция. Республика райондары һәм ҡалаларынан килгән фольклор, инструменталь, вокаль, бейеү коллективтары һәм башҡарыусылар концерт программаһы тәҡдим итәсәк. 1812 йылғы һуғышта ҡатнашыусыларҙың нәҫелдәре шәжәрәләр күргәҙмәһен әҙерләй.

темалар: байрам