8 декабрь, Кесе йома

05 июнь 2012 йыл, 15:56

Башҡортостанда «Асыҡ республика» проекты эшләй башланы

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

— «Асыҡ республика» сайты тест режимында эшләй башланы, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР Президенты Хакимиәте етәксеһе ярҙамсыһы, селтәр технологиялары бүлеге мөдире Андрей Потылицын.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, тәүге тапҡыр «Асыҡ республика» мәғлүмәт порталын булдырыу фекерен быйыл февралдә блогерҙар менән осрашҡанда БР Президенты  әйтеп ишеттергәйне.

— Был проектты булдырыу сәбәптәренә бәйле бихисап һорауҙар тыуҙы, — ти Андрей Потылицын. – Йәмғиәт йылдам үҫешә, социаль ихтыяждар ҙа, мәғлүмәткә бәйле талаптар ҙа үҙгәрә. Власть менән халыҡтың үҙ-ара эшмәкәрлек итеүе икенсерәк форма алырға тейештер, күрәһең. Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда селтәр технологияларының әлеге торошо власть менән халыҡ араһында хеҙмәттәшлек инструменттары булдырырға мөмкинлек бирә, һәм был ябай тәнҡит кенә түгел, тәҡдимдәр индереү ҙә.

«Асыҡ республика» 20 ярҙамсы проекттан тора, һәм шартлы рәүештә ике өлөшкә — «Асыҡ мәғлүмәттәр» менән «Электрон демократия»ға бүленә.

Хәҙер республика халҡының дәүләт власы органдары эшмәкәрлеге тураһында һәм башҡа төрлө өлкәләргә ҡағылышлы дөрөҫ мәғлүмәт алырға мөмкинлеге бар. «Асыҡ мәғлүмәттәр»ҙә йәмғеһе һигеҙ проект ҡаралған. Иң ҡыҙыҡлыһы — «Асыҡ бюджет». Күптән түгел Мәскәүҙә лә ошондай ресурс эшләй башланы. Башҡортостан халҡы финанс ресурстарының ҡайҙа йүнәлтелеүен, ниндәй объекттар төҙөләсәген, ҡайҙа ниндәй юлдарҙың реконструкцияланасағын, ҡайһы райондарҙа балалар баҡсалары төҙөлөрөн белә аласаҡ.

Әлеге мәлдә ике генә проект ҡулланыуға индерелгән. Беренсеһе — «Асыҡ республика», бында ресурсты үҫтереү буйынса тәҡдим һәм теләктәрҙе ебәрергә мөмкин, һәм «Россия без дураков» федераль проектына оҡшатып эшләнгән «Ахмаҡтарҙан азат Башҡортостан» («Башкирия без дураков») проекты. Хәҙер граждандар урындағы власть вәкилдәре тарафынан эшләнгән ахмаҡлыҡ һәм вайымһыҙлыҡтар тураһында хәбәр итә ала. Был коммуналь хужалыҡҡа ла, урындағы кимәлдә ҡабул ителгән ҡарарҙарға ла ҡағыла. Мәғлүмәтте сайтта текст форматында ғына түгел, территорияға бәйләп тә ҡалдырырға мөмкин — сайтта интерактив карта эшләй, унда билдә ҡуйып була.

— «Асыҡ республика» проектын үҫтереү 3-5 йылға планлаштырылған, — тине БР Президенты эштәр идарасыһы урынбаҫары Ринат Шәғәлин. – «Асыҡ республика» составындағы бүтән проекттар ҙа әкренләп эшкә ҡушыласаҡ: мәҫәлән, «Башҡортостан Республикаһы тауышы», ул республика халҡы тарафынан йәмәғәтселек фекерен белдереү һәм сайтта тауыш биреү юлы менән айырыуса мөһим мәсьәләләрҙе асыҡлау мөмкинлеген бирәсәк; «Дәүләт барыһы өсөн дә» проекты граждандарға бирелгән хоҡуҡтар, социаль гарантиялар һәм мөмкинлектәр тураһындағы бар мәғлүмәтте системаға һалып, уны ҡулланыу өсөн уңайлы формала бирәсәк; «Хәүефһеҙ мөхит» сайты республика халҡының көнүҙәк проблемалары – соҡор-саҡырлы юлдар, янмаған фонарҙар, пандустар булмауы, законһыҙ сүплектәр тураһындағы бөтөн мәғлүмәтте бер урында тупларға тейеш. 2012 йыл аҙағында ресурстарҙың 60-70 проценты тулы ҡеүәтенә эшләйәсәк.