Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

11-12 июндә Өфөлә Октябрь проспекты һәм Ленин урамы ябыласаҡ

Йәмғиәт

Рәсәй һәм Ҡала көндәрен билдәләү арҡаһында Өфөлә 11-12 июндә транспорт хәрәкәте үҙгәрәсәк. Баш ҡаланың ике төп магистралендә — Ленин урамы менән Октябрь проспектында ваҡытлыса сикләү индереләсәк.  

Ленин урамы ике көнгә ябыла — Вәлиди урамынан алып Киров урамына тиклем 11 июндә иртәнге 8.00-дән 12 июндә 24.00-гә тиклем транспорт йөрөмәй. Бында ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн йәйәүлеләр зонаһы ойошторола, тип хәбәр итә Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Октябрь проспектына килгәндә иһә, 11 июндә кисен Көньяҡ тыҡрығынан Төньяҡ тыҡрығына тиклем юл ябыласаҡ: 19.00-дән 22.00-гә тиклем бында байрам сараларының генераль репетицияһы ойоштороласаҡ. 12 июндә ошо уҡ ара 11.00-дән 13.00-гә тиклем тантаналар үткән ваҡытҡа ябыласаҡ. Йәнә 22.00 — 23.00 араһында Ленин майҙанында байрам салюты бирелгәндә транспорт хәрәкәте ябылыуы ихтимал.

Өфө хакимиәте автоһәүәҫкәрҙәрҙән маршруттарын алдан билдәләүҙәрен һорай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть