10 декабрь, Шәмбе

05 июнь 2012 йыл, 14:08

Дүрт көн эсендә Башҡортостан халҡы 127 мең һумлыҡ ҡорал тапшырған

автор: Ольга Мортазина

Республикала «Ҡорал тапшыр ҙа аҡса ал» операцияһы бара. Полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарға теркәлмәгән һунар мылтыҡтарын, пистолеттар һәм боеприпастарҙы үҙ теләге менән тапшырырға тәҡдим итә. Шул уҡ мәлдә граждандар законһыҙ ҡорал һаҡлаған өсөн енәйәт яуаплылығынан ҡотолоп ҡына ҡалмай, аҡсалата бүләк тә ала.

Лицензия-рөхсәт биреү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, дүрт көн эсендә эске эштәр органдарына 40-тан ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, улар 30 берәмек ҡорал, төрлө калибрҙағы меңгә яҡын патрон һәм бер шартлатыу ҡулайламаһы тапшырған. Дөйөм алғанда уларға 127 мең һумдан ашыу аҡса түләнгән.

Операция 10 июнгә тиклем дауам итә, үҙ теләгең буйынса ҡорал тапшырыу тураһындағы ғариза менән урындағы теләһә ҡайһы полиция бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә мөмкин, тип билдәләнеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

темалар: ҡорал