4 декабрь, Йәкшәмбе

05 июнь 2012 йыл, 13:50

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың иң яҡшы предприятиеларына продукция сифаты өлкәһендә премиялар тапшырҙы

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Продукцияһының юғары сифатлы булыуын раҫлаған республиканың һигеҙ предприятиеһы етәксеһе бөгөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡулынан наградалар алды. Продукция сифаты өлкәһендә Башҡортостан Президенты премияһына дәғүә итеүгә конкурста еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Башҡортостанда старт алған Сифат аҙналығы сиктәрендә үтте.

Тантаналы сарала Бөтә Рәсәй сифат ойошмаһы Президенты Геннадий Воронин һәм Федераль техник көйләү һәм метрология агентлығы етәксеһе урынбаҫары Александр Зажигалкин ҡатнашты.

— Предприятиеларҙы, эшҡыуарҙарҙы сифат йәһәтенән яңы кимәлдәге продукция етештереүгә дәртләндереү — был конкурстың төп маҡсаты, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Беҙ баҙарҙарыбыҙҙа заманса, хәүефһеҙ, ҙур һорау менән ҡулланған тауарҙар һәм хеҙмәттәр күрһәтелеүен теләйбеҙ.

Республика башлығы штраф санкцияларын индереү менән сифатҡа өлгәшеп булмауын билдәләне.

— Икенсе төрлөрәк мотивация, шул иҫәптән премиялар булырға тейеш, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. — Иҡтисади мөнәсәбәттәрҙең яңы форматы башҡасараҡ алымдар буулдырыуҙы талап итә, шуға күрә бындай конкурс дәүләт һәм бизнес партнерлығын нығытыу планында үтә мөһим.

Башҡортостан Президенты, тышҡы факторҙарға һәм Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүгә ҡарамаҫтан, республика предприятиелары ғәҙәти тормошта конкурентлыҡҡа һәләтле булырға тейеш, тип иҫәпләй.

— Беҙ, һис шикһеҙ, Башҡортостан Республикаһындағы тауар һәм хеҙмәттәр юғары талаптарға һәм иң юғары стандарттарға яуап бирһен, тигән теләктәбеҙ.

Төбәк башлығы аҙыҡ-түлек баҙарын урындағы продукция менән тулыландырыуға йүнәлтелгән яңы проекттың уңышлы тормошҡа ашырылыуын да билдәләне.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, бөгөн республикала 300-гә яҡын предприятие сертификацияланған сифат менеджменты системалары буйынса эшләй.

— Был системаның 16 йыл дауамында ҡулланылышҡа индерелеүен иҫәпкә алғанда, быны ҙур һөҙөмтә тип атап булмай, — тине Рөстәм Хәмитов. — Был эштәрҙе, айырыуса илебеҙҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү шарттарында, бөтә тармаҡта ла арттыра барырға кәрәк.

Сифат өлкәһендәге премияларға дәғүә итеүгә конкурс республикала 2002 йылда старт алды. Ошо осорҙа 90-ға яҡын предприятие республика премияһына лайыҡ булды. Күптәре бер нисә тапҡыр ҡатнашты. Төбәгебеҙҙең билдәле предприятиелары был абруйлы премияның номинанттары һәм лауреаттары булды. Һәм был бик һәйбәт, тигән фекерҙә Башҡортостан Президенты. Быйыл конкурсҡа күрһәтелгән 35 ҡатнашыусы араһынан иң яҡшы һигеҙ предприятие һәм ойошма һайлап алынған.

Сифат кубоктары һәм беренсе дәрәжәләге дипломдарҙы ике предприятие —«Пакер» фәнни-производство фирмаһы» менән «Техноплекс» заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре алды.

— Беҙҙең өсөн конкурста ҡатнашыу — үҙ өҫтөбөҙҙә эшләү ул. Кәңәштәр, иҫкәрмәләр үҙебеҙҙең продукцияға икенсе күҙлектән ҡарарға һәм уның сифатын яҡшыртырға ярҙам итә, — тине «Пакер» фәнни-производство фирмаһы директоры Марат Ноғоманов.

Ул тантанала ҡатнашыусыларға конкурентлы продукция сығарыу буйынса Рәсәй комплексын ойоштороу пландары тураһында һөйләне.

Икенсе урынды конкурста Стәрлетамаҡтың ике предприятиеһы бүлеште. «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — абруйлы сифат конкурсының даими ҡатнашыусыһы, 2005 йылғы лауреат. «Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы» төбәктән ситтә киң билдәле. Был предприятиеның продукцияһын халыҡ-ара баҙарҙа – Алыҡ Көнсығыштан алып Латин Америкаһы илдәренә тиклем — лайыҡлы баһалағандар.

Бүләкләнеүселәр исемлегендә «Башҡортостан баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Башҡортостандың хеҙмәт һаҡлау, производствола экология һәм хәүефһеҙлек тармаҡ-ара институты» дәүләткә ҡарамаған профессиональ белем биреү учреждениеһы, «Башгипронефтехим» дәүләт унитар предприятиеһы, «Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте лә бар.