10 декабрь, Шәмбе

05 июнь 2012 йыл, 12:50

Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре балалар реабилитация үҙәгенә ярҙам итте

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Көн элгәре Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы балалар өсөн «Илһам» медицина һәм реабилитация үҙәгендә булды. Башҡорттар ҡоролтайы ағзаһы Наил Шәйҙуллин йәмәғәт ойошмаһының рәйесе Морис Йосопов исеменән учреждениеға йүргәктәр, сабый күлдәктәре һәм имеҙлектәр тапшырҙы.

Баш табип Наталья Горло әйтеүенсә, реабилитация үҙәгенә тап ошондай практик ярҙам етмәй ҙә инде, йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ошондай ярҙам күрһәтелеүе улар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

«Башинформ» агентлығына Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайынан хәбәр итеүҙәренсә, Силәбе хакимиәтенең  «Изгелек маршруты» проекты сиктәрендә өлкә башҡорттары ойошмаһы алтынсы йыл инде реабилитация үҙәге менән хеҙмәттәшлек итә, уға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә тырыша. Был медицина учреждениеһында етлекмәй тыуған, шулай уҡ тыумыштан нервы системаһы ауырыуҙары менән яфаланған сабыйҙарҙы реабилитациялау буйынса кәрәкле хеҙмәттәр күрһәтелә. Бында бәләкәй пациенттарҙы бөтә Силәбе өлкәһенән килтерәләр. Әгәр элек үҙәк аша 120 сабый үтһә, хәҙер был һан 600-гә еткән.

— Ҡала хакимиәтенең был проекты бик уңышлы булды, — тип билдәләне Наталья Горло. – Бында төрлө социаль ҡатламдан булған балалар тейешле профессиональ ярҙам ала, дауалау барышында Силәбе өлкәһе өсөн уникаль технологиялар ҡулланыла.

темалар: ҡоролтай