Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

2012 йылдың биш айында Өфөләге вакансиялар йәрминкәһенә 17500 кеше килгән

Иҡтисад

2012 йылдың тәүге биш айында үткән 29 вакансиялар йәрминкәһендә Өфөнөң 555 ойошмаһы һәм предприятиеһы ҡатнашты. Был арала улар 10 меңдән ашыу эш урыны тәҡдим итте.

«Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең Предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдың ғинуарынан майға тиклем баш ҡалалағы вакансиялар йәрминкәһенә 17500 кеше килгән. Шуларҙың ике меңгә яҡыны йәрминкәләр арҡаһында эшкә урынлашыуға өлгәшкән.

Беренсе йәйге вакансиялар йәрминкәһе Өфөлә 7 июнгә билдәләнгән һәм тулыһынса йәйге каникул осоронда йәштәрҙең ваҡытлыса мәшғүллегенә арналасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть