9 декабрь, Йома

05 июнь 2012 йыл, 9:57

Милли китапханала Жәлил Кейекбаевтың әкиәттәр йыйынтығының презентацияһы үткәрелә

автор: Розалия Вәлиева

Бөгөн, 5 июндә, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала күренекле башҡорт ғалимы, телсе, филология фәндәре докторы, яҙыусы һәм педагог Жәлил Кейекбаевтың «Урман әкиәттәре» йыйынтығының презентацияһы үткәрелә, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Милли китапханаһы директорының мәғлүмәт технологиялары һәм йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса урынбаҫары Рәзил Бикбулатов.

«Урман әкиәттәре» китабы — башҡорт теленән рус, инглиз, немец, төрөк телдәренә тәржемә ителгән әкиәттәр йыйынтығы ул.  Китап бәләкәйҙәргә һәм мәктәп йәшендәге балаларға тәғәйенләнгән.  

Презентация сәғәт 11-ҙә башлана.