9 декабрь, Йома

05 июнь 2012 йыл, 9:41

Каникул көндәрендә Башҡортостанда 385 мең бала лагерҙарҙа ял итә аласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда быйыл йәй 385 мең бала ял итеү, һауыҡтырыу һәм мәшғүллектең төрлө формаларына йәлеп ителәсәк. Был турала «Башинформ» агентлығына БР Мәғариф министрлығында хәбәр иттеләр.

1 июндән төбәктең дөйөм белем биреү учреждениеларында көндөҙгө лагерҙар эшләйәсәк. Дөйөм алғанда мәктәп ҡарамағындағы 1916 үҙәктә 106 мең бала ял итә ала.

— Уларҙа смена оҙонлоғо — 21 көн. Бер кешегә йүнәлтмә хаҡы көнөнә 75 һумға тиң, балалар ялы төбәк бюджетынан финанслана, — тип аныҡлап үтте БР Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге әйҙәүсе белгес-эксперты Рәмзиә Бикҡужина. – Ата-әсәләр мәҙәни программа өсөн генә түләй. Ғәҙәттә, балалар музейҙарға, театрҙарға, ҡала парктарына экскурсияларға йөрөй.

Бынан тыш, балалар ҡала янындағы 95 лагерҙа ла ял итә ала. Әлегә 23 лагерь асылған, улар 3250 үҫмерҙе ҡабул иткән.    

Йәнә бөгөнгө көндә 390 хеҙмәт һәм ял лагеры (хеҙмәт берекмәләре) асылған, 48 күп көнлөк походтар ойошторолған, 30 профилле лагерь эшләй.

темалар: ял