8 декабрь, Кесе йома

05 июнь 2012 йыл, 9:04

Рөстәм Хәмитов кадрҙар комиссияһының беренсе ултырышын үткәрҙе

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

4 июндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Президенты ҡарамағындағы кадрҙар комиссияһының беренсе ултырышын үткәрҙе. Төбәктәге кадрҙар сәйәсәтенең төп йүнәлештәре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтендә.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Сергей Лаврентьевтың юғары уҡыу йортонда Кадрҙарға тест үткәреү үҙәген ойоштороу тураһындағы тәҡдимен хупланы. Күҙалланыуынса, был үҙәктә төрлө дәүләт хеҙмәте, дәүләт предприятиелары етәкселәре вазифаларына, шулай уҡ кадрҙар резервына кандидаттар имтихан тапшырасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы кадрҙар комиссияһы республика башлығының указы менән 2012 йылдың 29 майында ойошторолдо. Был коллегиаль кәңәш биреү органы дәүләт, дәүләт граждан хеҙмәте, республика ҡарамағындағы ойошмалар етәкселәре вазифаһына тәғәйенләү өсөн кандидаттар һайлау менән шөғөлләнә. Кадрҙар комиссияһы 17 кешенән тора. Уның рәйесе — республика Президенты Рөстәм Хәмитов.