2 декабрь, Йома

04 июнь 2012 йыл, 16:26

Италияға визаны хәҙер Өфөлә лә алырға мөмкин

автор: Любовь Колоколова

Өфөлә Италияның виза үҙәге асылды. Италияға туризм, эшлекле визит, белем алыу, найм буйынса эшләү, ғаиләнең берләшеүе маҡсатында, шулай уҡ транзит, транспорт визаһы һәм рәсми саҡырыу буйынса виза алыуға ғариза тултырғанда ярҙам күрһәтеү уның төп бурысы иҫәпләнә. Был турала БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

Виза үҙәге Италияның Мәскәүҙәге Генераль консуллығы менән рәсми рәүештә аккредитланған. Һынау режимында үҙәк 30 майҙа сәнәғәт округтары, бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Италия эш төркөмөнөң ХХ ултырышы сиктәрендә эшләй башлаған.

Тулыраҡ мәғлүмәтте «Виза менеджмент сервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең сайтынан алырға мөмкин.

Виза үҙәгендә айырым кешеләр алдан яҙылыу буйынса ҡабул ителә, бының өсөн VMS Call-үҙәгенең телефонынан файҙаланырға кәрәк: +7 (347) 246-26-79 (стационар ҡала телефондарынан шылтыратыу бушлай).