9 декабрь, Йома

04 июнь 2012 йыл, 15:39

Йыл башынан алып Башҡортостанда 222 гектар урман янғындан зыян күргән

автор: Галина Бахшиева

2012 йылғы янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып Башҡортостанда 40 урман янғыны теркәлгән. Ут үткән дөйөм майҙан әле 222 гектарҙан аша.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, республикалағы беренсе янғын Бөрйән районында 16 апрелдә теркәлгәйне. Был түбәндән таралған ут ул ваҡытта 8,8 гектар майҙанды ялманы.

«Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә,  үткән тәүлектә Йылайыр районында иҫәп буйынса әлегә һуңғы янғын асыҡлаған һәм һүндерелгән, ул дүрт гектарҙағы урманға зыян килтереп өлгөргән.

Янғын Кананикольский урман хужалығы биләмәһендә сыҡҡан. Уны һүндереүҙә дүрт техника берәмеге менән һигеҙ кеше ҡатнашҡан.  

Янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып утты һүндереүгә 750-гә яҡын кеше һәм 200-ләгән техника берәмеге йәлеп ителгән. Урмандағы янғындарҙы һүндереү буйынса оперативлыҡ күрһәткесе әле 97 процентҡа тиң.