10 декабрь, Шәмбе

04 июнь 2012 йыл, 14:57

Башҡортостанда талпан энцефалиты менән зарарланыуҙың икенсе осрағы теркәлде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республикала быйыл вируслы талпан энцефалиты менән ауырыуҙың икенсе осрағы теркәлде. Әүәлерәк был диагноз Бөрйән районы кешеһенә ҡуйылғайны. Үткән аҙнала республиканың тағы бер гражданы, был юлы Учалы районынан, талпан энцефалиты менән сирләне.

Апрель башынан алып республиканың дауалау-профилактика учреждениеларына  талпан тешләүҙән зыян күргән 10047 граждан мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 27,8 проценты – балалар. Былтыр был датаға ҡарата 6196 зыян күреүсе теркәлгәйне. Мөрәжәғәт иткәндәрҙең 24 проценты, шул иҫәптән балаларҙың 62 проценты иммуноглобулин профилактикаһын алған.

«Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәге» федераль дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы лабораторияһы 4373 талпанды тикшергән, шуларҙың 314-енең хәүефле вирус менән зарарланған булыуы асыҡланған.

темалар: талпан