10 декабрь, Шәмбе

04 июнь 2012 йыл, 12:28

Башҡортостанда Сифат аҙналығы старт алды

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда иғлан ителгән Сифат аҙналығы сиктәрендә 4 июндә Өфөлә «Төбәктәрҙе үҫтереү идеологияһы булараҡ сифат» девизы аҫтында төбәк конференцияһы үткәреләсәк.

Һәр Рәсәй гражданының, дөйөм алғанда бөтә илдең тормош сифатын яҡшыртыу маҡсатында Рәсәйгә хеҙмәт итеүгә бар белемен, тәжрибәһен һәм һәләтен бирергә әҙер булғандарҙың барыһын да берләштереү – уның төп маҡсаты.  

Конференцияның төп темалары — дәүләт һәм муниципаль идараның, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренең һәм медицина ярҙамының сифаты, предприятиеларҙа сифат менән идара итеү, тип хәбәр иттеләр БР Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Бынан тыш, Таможня союзының техник көйләү системаһын формалаштырыуҙа сәнәғәттең роле, төҙөлөштә техник көйләү, ISO 26000 халыҡ-ара стандартын индереү нигеҙендә тотороҡло үҫеште тәьмин итеү өсөн ойошмаларҙың яуаплылығы кеүек мәсьәләләр күтәреләсәк. Эксперттар Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың милли стандартын әҙерләү һәм «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта үҙ үҙен көйләү тураһында» федераль законы, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү шарттарында сифат менеджменты кеүек темаларға фекер алышасаҡ.

Конференция сиктәрендә йәнә 2011 йыл өсөн Башҡортостан Президентының продукция (тауар, хеҙмәттәр) сифаты өлкәһендәге премияларын тапшырыу, «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары-2012» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантаналары көтөлә.

Үткәреләсәк саралар продукция етештереүселәр һәм ҡулланыусыларҙың, дәүләт идараһы органдарының, йәмәғәт ойошмаларының иғтибарын сифатты күтәреү проблемаһына йәлеп итеп, уны хәл итеү юлдарын эҙләүҙе әүҙемләштерергә тейеш.