8 декабрь, Кесе йома

04 июнь 2012 йыл, 11:17

Өфө эшҡыуарҙарын июндә бушлай өс консультация көтә

автор: Любовь Колоколова

Өфө эшҡыуарҙар берләшмәһе Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә июндә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса бушлай өс консультация үткәрелә. Улар эшҡыуарҙарҙың мәғлүмәтлелеген һәм юридик яҡтан белемен арттырыу маҡсатында ойошторола.  

Шулай итеп, «Респект» хоҡуҡ компанияһының персонал бүлеге етәксеһе Лилиә Камалетдинова 6 июндә «Персонал туплауҙың һөҙөмтәле алымдары һәм персоналдың эшкә яраҡлашыуы» темаһына консультация үткәрәсәк.

19 июндә Өфө эшҡыуарҙар берләшмәһе директоры Лариса Землянова «Үҙ эшеңде һайлау. Бәләкәй бизнесҡа мәғлүмәт һәм финанс яҡтан ярҙам» темаһына кәңәштәрен тәҡдим итә.

27 июндә «Бизнес-партнер» компанияһы директоры урынбаҫары Диана Киселева «Оптималь һалым һалыу системаһын һайлау һәм бухгалтер иҫәп-хисабын алып барыуға сығымдарҙы кәметеү» темаһына мәғлүмәт бирәсәк.

Консультациялар 16 сәғәттән 18-гә тиклем үткәрелә. Алдан яҙылыу мотлаҡ. Белешмәләр өсөн телефон: 8(347) 241-47-44.