2 декабрь, Йома

04 июнь 2012 йыл, 11:06

Иршат Фәхретдинов Первомайское ауылында балалар ҡаласығы асырға ярҙам итте

автор: Людмила Терновая

Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов Стәрлетамаҡ районының Первомайское ауылында балалар ҡаласығын асыу тантанаһында ҡатнашты. Ҡаласыҡ уның ярҙамында булдырылған.

Яҙғыһын депутат менән осрашыуҙа ауыл халҡы балаларға уйнарлыҡ майҙан да булмауына зарлана. Ул ваҡытта Иршат Фәхретдинов был мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә вәғәҙә бирә.

— Беҙ, ололар, донъяға килгән минуттарынан алып балалар республикала һөйөү һәм наҙға төрөнөп үҫһен, бәләкәй граждандарыбыҙҙың тормошо бәлә-ҡазаларҙан яҡланған һәм тыныс булһын, һәр сабый үҙенең һәләттәрен аса һәм хыялдарын тормошҡа ашыра алһын, тип тырышабыҙ, — тине Иршат Фәхретдинов. — Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә именлек, һаулыҡ һәм бәхет теләйем.

Ҡаласыҡты асҡандан һуң депутат урындағы халыҡ менән аралашты. Район хакимиәте башлығы Хәйҙәр Шаһиев депутатҡа балалар майҙансығы өсөн рәхмәт белдерҙе.

— Балаларыбыҙ өсөн был иң яҡшы бүләк, — тип билдәләне ауыл халҡы.