Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

4 июндән эҫелә йөк машиналарының хәрәкәте сикләнә

Йәмғиәт

Башҡортостанда 4 июндән ауыр йөк транспорты хәрәкәтенә ваҡытлыса сикләү индерелә. Бында көндөҙгө һауа температураһы 32 градустан ашҡан осраҡта ауыр йөк машиналарына ҡаты япмалы трассаларҙан юл йөрөүҙең тыйылыуы тураһында һүҙ бара.  

Был сара юл япмаһын деформацияларҙан һаҡлау маҡсатында икенсе йыл рәттән бөтә Рәсәй биләмәһендә ҡулланыла. Сикләү йәй дауамында – 31 августҡа ҡәҙәр ғәмәлдә буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта ауыр йөк ташыусы транспорт 22.00-дән 10.00-гә тиклем асфальт-бетон япмалы юлдарҙан йөрөй ала, хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү был ваҡыт арауығына, шулай уҡ пасажирҙар ташыусы автобустарға, стихиялы бәлә-ҡаза йәки башҡа төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн кәрәкле йөктәр ташыуға, автомобиль юлдарында ремонт эштәрен үткәргәндә ҡулланылған юл техникаһын һәм материалдарын ташыуға ҡағылмай, тип хәбәр иттеләр БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть