6 декабрь, Шишәмбе

04 июнь 2012 йыл, 10:18

Төбәк башлығы Кушнаренко районында «Асыҡ күк йөҙө» байрамын ҡараны

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Кушнаренко районында урынлашҡан «Первушино» аэродромында «Асыҡ күк йөҙө» ғаилә уикенды байрамы үтте. Башҡортостандың бәләкәй авиация авиасалонын ҡарарға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та килде.

— Бөгөн беҙ авиация байрамын үткәреү йолаһына нигеҙ һалдыҡ, — тине Башҡортостан башлығы, уикендта ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләп. — Элегерәк бындай байрамдар ғәҙәти эш ине, хәҙер ошо традицияны тергеҙәбеҙ. Беҙҙең предприятиелар двигателдәр һәм агрегаттар ғына түгел, заманса авиация продукцияһы, самолеттар һәм осоу аппараттарын да сығарһын өсөн,  республикала бәләкәй авиация кластерын булдырыу планлаштырыла.  

Өфө авиаклубының генераль директоры Сергей Миңлеғолов әйтеүенсә, ошондай тәүге фестиваль «Первушино» аэродромында былтыр үткән. Ул үтә еңел авиация буйынса Рәсәй чемпионатына ҡарата ойошторолған. Авиация байрамын хәҙер йыл һайын уҙғарыу планлаштырыла.

«Асыҡ күк йөҙө» сиктәрендә халыҡ парашютистарҙың күрһәтмә сығыштарын ҡараны, улар 1200 метрҙан ашыу бейеклектән һикерҙе. Өфө авиаклубы пилоттары «Таралыу» фигураһын башҡарҙы. 15 бәләкәй авиация самолеты һауаға күтәрелде һәм техниканың мөмкинлектәрен күрһәтте.

Байрам бик һуң сағыу салют менән тамамланды.