Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә Юрмаш йылғаһы аша күпер тергеҙелде

Иҡтисад

Өфөлә Юрмаш йылғаһы аша һалынған, «Аҡлан» баҡсасылар ширҡәте менән 19-сы коллектив баҡсаларҙы тоташтырыусы күпер тергеҙелде. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 30 тонналы йөк машинаһы үткәндән һуң күперҙең бетон секцияларының береһе  емерелгәйне.

— Базилевка менән Федоровка ауылдары янында, Ҡариҙел йылғаһы аръяғында урынлашҡан баҡса хужаларына был ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы. Еңел автомобилдә лә күпер аша үтеүе ныҡ хәүефле ине, ә автобустар хәрәкәте бөтөнләй ябылды. Финанслау менән билдәле ҡыйынлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, мәсьәлә тиҙ арала хәл ителде. Ройонды төҙөкләндереү буйынса муниципаль учреждениеның көсө менән күпергә ремонт үткәрелде: алты бетон плита һалынды, уларға бетон түшәлде, тоташҡан урындар асфальтланды, күпергә илткән юлға ҡырсынташ түшәп, грейдер менән тигеҙләнеләр, — тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтендә.

Күпер аша автомобиль хәрәкәте ҡайтанан асылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть