Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Ауыл эшсәндәре мал аҙығы әҙерләүгә сыҡты

Иҡтисад

Башҡортостанда бесән сабыуға сыҡтылар. Ун райондың аграрийҙары мал аҙығы әҙерләү кампанияһын башланы. Ҡырмыҫҡалы һәм Күгәрсен райондарында ауыл эшсәндәре күп йыллыҡ үләндәрҙе сенажға саба. Ҡалған һигеҙ район үләнде яҫмаға һала. БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, йәмғеһе 200 тонна бесән һәм мең тоннаға яҡын сенаж әҙерләнгән. Үлән уңышы быйыл уртаса. Тәүге көндәрҙә дүрт мең гектарҙа күп йыллыҡ үләндәр сабылған. Күп йыллыҡтарҙың дөйөм майҙаны 1 млн 107 мең гектарҙы тәшкил итә.

Быйыл малды аҙыҡ менән тәьмин итеү өсөн ауыл эшсәндәренә йәмғеһе 2 млн 356 мең тонна сенаж һәм 1 млн 600 мең тонна силос әҙерләргә кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть