8 декабрь, Кесе йома

01 июнь 2012 йыл, 15:38

Рөстәм Хәмитов «Ҡояшлы бала саҡ ҡаласығы» байрамында булды

автор: Розалия Вәлиева | фото: Андрей Старостин

«Ҡояшлы бала саҡ ҡаласығы» байрамы Конгресс-холл алдындағы майҙанда үтте. Сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та булды. Ул балаларҙы йәйге каникулдар башланыу менән ҡотланы.

Балалар байрамында Киров районы мәктәптәренең, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайының ижади коллективтары, Өфө сәнғәт училищеһы, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары ҡатнашты.

1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, йола буйынса йәйге мәктәп лагерҙары асыла. Каникулдарҙың тәүге көнөн Киров районының 850 башланғыс класс уҡыусыһы Конгресс-холл алдындағы майҙанда үткәрҙе. Улар асфальтта аҡбур менән һүрәт төшөрҙө, төрлө уйындарҙа ҡатнашты. Өфөнөң һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитация үҙәге, «Сулпан» балалар ижады үҙәге һәм Киров районындағы үҫмерҙәр клубтарында тәрбиәләнеүселәр байрам ҡунаҡтары өсөн матур концерт ойошторҙо.