11 декабрь, Йәкшәмбе

01 июнь 2012 йыл, 15:09

Башҡортостан Президенты Өфөнөң 29-сы бала баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙе байрам менән ҡотланы

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Орджоникидзе районындағы реконструкциянан һуң асылған 29-сы балалар баҡсаһында булды. Унда 100 балаға иҫәпләнгән дүрт төркөм эшләйәсәк.

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы Беренсе май урамында 1960 йылда асылған. Әммә 90-сы йылдар башындағы демографик көрсөк арҡаһында уны 17-се спорт мәктәбе итеп үҙгәртеп ҡорғандар. Һуңғы ваҡытта тыуым арта, бөтә ил буйынса балалар баҡсаларында урындар етмәй һәм һәр субъект был мәсьәләне үҙенсә хәл итергә тырыша. Шуға күрә район хакимиәте мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эшмәкәрлеген ҡайтанан тергеҙергә ҡарар итә. Спорт мәктәбе икенсе бинаға күсерелә, ә балалар баҡсаһында реконструкция башлана. «Реконстрой» фирмаһы үҙгәртеп ҡороу эштәрен ярайһы тиҙ һәм сифатлы башҡарып сыға.

— Оят булмаһын өсөн тырыштыҡ, — тинеләр төҙөүселәр Президент менән әңгәмә барышында.

Рөстәм Хәмитов учреждениеның йоҡо бүлмәләрен, медицина кабинетын, туҡланыу бүлмәһен, биләмәһен ҡараны, шулай уҡ ата-әсәләр, балалар, хеҙмәткәрҙәр менән аралашты. Балалар Президентҡа рәхмәт йөҙөнән йыр йырлап ишеттерҙе.

Республика башлығы яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын төҙөү һәм булғандарын реконструкциялау буйынса ҡаланың тырышлығын ыңғай баһаланы, балалар баҡсаларының күберәк төҙөләсәген билдәләне.

— Был мәсьәләне ҡуҙғатҡанығыҙ өсөн рәхмәт, — тине Рөстәм Хәмитов, ата-әсәләргә мөрәжәғәт итеп. – Быйыл йәнә 40-45 баҡсаны сафҡа индерергә ниәтләйбеҙ. Башлыса райондарҙа һәм бәләкәй ҡалаларҙа был мәсьәләнең ҡырҡыулығын кәметәбеҙ, ә Өфөлә, әлбиттә, ике-өс йыл дауамында ошондай уҡ темптар менән барырға кәрәк. Әммә аҙаҡтан балалар баҡсалары буш тормаһын өсөн тыуымды ла арттырыу зарур. Был беҙҙең өсөн айырыуса мөһим.

Дөйөм алғанда Орджоникидзе районында балалар баҡсаларына сират мәсьәләһе ыңғай хәл ителә. Һуңғы йылдарҙа бында 10 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы кире ҡайтарылған, яңылары төҙөлә. Йыл һайын 1,5 мең йүнәлтмә бирелә. Районда йәмғеһе 54 балалар баҡсаһы иҫәпләнә.

Президент әлеге бина эргәһендә урынлашҡан йәнә бер балалар баҡсаһына инеп сыҡты. 119-сы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы 1959 йылда төҙөлгән, һуңғы тапҡыр капиталь ремонт 80-се йылдарҙа үткәрелгән. Әммә косметик ремонт бында йыл һайын үткәрелә, тип ышандырҙылар Президентты учреждение хеҙмәткәрҙәре.

— Былтыр ҡыйығына ремонт үткәрелде, быйыл тәҙрәләрҙе алмаштырырға вәғәҙә иттеләр, шулай уҡ видеокүҙәтеү урынлаштырырға торабыҙ, — тине баҡса мөдире. – Беҙҙең учреждение 92 балаға иҫәпләнгән, әммә даими рәүештә 70 бала йөрөй.

Әйткәндәй, Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Мәхмүт Бикбулатов был учреждениеға капиталь ремонт үткәреү өсөн киләһе йылға бюджетҡа аҡса һалырға һүҙ бирҙе.

Рөстәм Хәмитов тәрбиәселәрҙең эш хаҡы менән ҡыҙыҡһынды.

— Президент түләүҙәре менән бергә эш хаҡы уртаса 7 мең һумға тиң, — тип яуапланылар уға.

– 1 июлдән республикала бюджет өлкәһендә эшләүселәргә хеҙмәт хаҡын 15 процентҡа арттырыу планлаштырыла, — тине Президент. – Был ҙур аҙым беҙҙән 3,5 миллиард һум талап итәсәк, әммә был аҙымға аңлы рәүештә барабыҙ. Балалар баҡсаларында эш хаҡын арттырырға кәрәк, әлбиттә, 2015 йылға, әле булған өҫтәмә түләүҙәрҙе һаҡлап ҡалып, эш хаҡы буйынса уртаса республика кимәленә сығырға ниәтләйбеҙ.

Белешмә өсөн. Былтыр Өфөлә яңы төҙөлгән биш, кире ҡайтарылған һәм реконструкцияланған ике балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты, улар 1,5 меңдән ашыу баланы ҡабул итте.

Әлеге ваҡытта тағы кире ҡайтарылған ике балалар баҡсаһын реконструкциялау һәм дүрт яңы учреждение төҙөү буйынса эштәр аҙағына яҡынлаша. Шулай итеп, яҡын арала ҡаланың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында 920 урын булдырыласаҡ.

Бынан тыш бөгөн Өфөлә һигеҙ дәүләткә ҡарамаған балалар баҡсаһы эшләй, 37 шәхси эшҡыуар балаларҙы тәрбиәләү буйынса хеҙмәттәр күрһәтә.