Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Кодеинлы препараттар 1 июндән рецепт буйынса ғына бирелә

Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында, кодеинлы препараттарҙы ирекле сауҙанан алыу медицина ярҙамы күрһәтеүҙең кимәлен төшөрмәйәсәк, тип иҫәпләйҙәр. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2012 йылдың 1 июненән Рәсәйҙә составында аҙ миҡдарҙа кодеин булған препараттарҙы ла рецепт буйынса һатыу практикаһы индерелә. Миҫал өсөн, былар «Пенталгин», «Солпадеин», «Нурофен», «Седалгин», «Коделак» һәм башҡа киң рекламаланған ауыртыуҙы баҫыусы һәм йүтәлләгәндә ҡулланылған препараттар.  

Яңылыҡтың инициаторы булып Рәсәйҙең Наркотиктар әйләнешенә контроллек итеү буйынса федераль хеҙмәте сығыш яһаны, ул ошо рәүешле 90-сы йылдарҙа ирекле сауҙаға сығарылған кодеинлы препараттарҙан яһалыусы арзан һәм үтә ағыулы наркотик — «дезоморфин» ҡулланыуҙың сиктән тыш артыуын туҡтатырға тырыша. Эксперименттар ярҙамында наркомандар ҙур дозала кодеиндың наркотик кеүек тәьҫир итеүен асыҡлаған.  

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының медицина ярҙамы сифатын контролдә тотоу һәм лицензиялау бүлеге начальнигы Динара Гашимова билдәләүенсә, үрҙә күрһәтелгән дарыуҙар 90-сы йылдарға тиклем рецепт буйынса бирелгән, тимәк, барыһы ла яңынан әүәлге хәленә ҡайтасаҡ. Дауалау учреждениелары яңы ҡағиҙәләргә әҙер һәм бланктар менән тәьмин ителде, тип ышандырҙы чиновник. Икенсе составлы, әммә ошондай уҡ үҙенсәлектәргә эйә һәм төрлө халыҡ ҡатламы һатып ала алырлыҡ төрлө хаҡтағы дарыуҙар ирекле сауҙала ҡала, тип билдәләне БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының фармацевтика эшмәкәрлеген ойоштороу һәм дарыуҙар менән тәьмин итеү бүлеге начальнигы урынбаҫары Наталья Романова.

Дарыуҙарҙы рецепт буйынса һатыу практикаһы алдараҡ индерелгән Рәсәй субъекттарында бындай дарыуҙар менән сауҙа итеү 30 тапҡырға кәмегән. Шулай ҙа Наркоконтролдә хәлдәрҙең кинәт яҡшырыуына өмөтләнмәйҙәр. Наркотиктарһыҙ тора алмаған граждандар икенсе дарыуҙар һәм яңы рецептар уйлап табасаҡ, тип иҫәпләй РФ Наркотиктар әйләнешенә контроллек итеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығының наркотиктарҙың законлы әйләнешен контролдә тотоу бүлеге начальнигы Марат Хөсәйенов. Әммә, уның фекеренсә, Хөкүмәттең 599-сы ҡарары дарыуҙар әйләнеше өлкәһендәге оператив тикшереү эшмәкәрлеген камиллаштырырға һәм, һөҙөмтәлә, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы кәметергә мөмкинлек бирәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть