9 декабрь, Йома

01 июнь 2012 йыл, 13:28

Рөстәм Хәмитов оло тормош юлына сыҡҡан балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә фатир асҡыстары тапшырҙы

автор: Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков

Әлеге минуттарҙа Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған байрам үтә. Бында йыйылған мәктәп уҡыусыларын ҡотларға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та килде.

— Мин был көндө Балалар көнө тип атайым, — тине республика башлығы. — Был көндө беҙ, ололар, хәйер, башҡа көндәрҙә лә, тормошобоҙҙо яҡшыраҡ, һеҙ уҡыған мәктәптәрҙе замансараҡ итеү тураһында уйлайбыҙ. Мәктәптә иң яҡшы шарттар булдырыу өсөн мөмкинлек табырға тырышабыҙ. Яҡшыраҡ булырға мәжбүр итеп, балалар ҙа өлкәндәрҙе үҙгәртә. Балалар был донъяны йәмлерәк итә. Беҙгә, ололарға, һеҙҙең менән бергә йәшәүе күпкә ҡыҙыҡлыраҡ.

Рөстәм Хәмитов үҫмерҙәрҙе байрам менән ҡотланы һәм уңыштар теләне.

Байрамда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов бөгөн юғары уҡыу йорттарында белем алған, производствола, төҙөлөштә, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында эшләгән 14 йәш еет һәм ҡыҙға фатир асҡыстары тапшырҙы. Уларҙың күбеһенең ғаиләһе, балалары бар. Өфө ҡала Советы депутаттары өй туйлаусыларға фатирҙарын төҙөкләндереүҙә ярҙам күрһәткән: уларға мебель, һыуытҡыс, һауыт-һаба, яңы урында йәшәп китеү өсөн бөтөн кәрәк-ярағын һатып алған.

Йәштәр республика Президентына торлаҡ менән ярҙам иткәне өсөн ихлас рәхмәтен белдерҙе һәм хәҙер үҙҙәренең киләсәккә ышаныс менән ҡарай алыуын билдәләне.