8 декабрь, Кесе йома

01 июнь 2012 йыл, 12:34

Баш ҡалала күпләп торлаҡ йорттар төҙөү практикаһын ҡайтарырға уйлайҙар

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә торлаҡ йорттар төҙөүҙә махсуслашҡан индустриаль предприятиеларҙы үҫтереү зарур. Торлаҡты сафҡа индереү күләмдәренең артыуы ла ошоға бәйләнгән, тип иҫәпләй Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Ринат Сәғитов.

Уның һүҙҙәренсә, сифатлы инфраструктура булдырып, күләмле төҙөлөш йәйелдереү өсөн майҙандар табырға кәрәк.

— Әле беҙ Глумилино һәм Затон биҫтәләрендә күләмле төҙөлөш башлау мәсьәләһен тикшерәбеҙ. Яңы майҙандар ҙа эҙләйәсәкбеҙ. Шулай уҡ план менән Ағиҙел һәм Ҡариҙел аръяғындағы майҙандарҙа ла торлаҡ төҙөү ҡаралған, — тип билдәләне беренсе вице-мэр.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, ағымдағы йылдың беренсе кварталында Башҡортостанда 76,3 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән һәм сафҡа индерелгән, 2011 йылдың ошондай уҡ осорона ҡарата был 118,1 процентты тәшкил итә. Шәхси йорттар төҙөлөшөнә 75,4 процент, йәғни дөйөм алғанда 57,5 мең квадрат метр тура килә.

темалар: торлаҡ,төҙөлөш