5 декабрь, Дүшәмбе

01 июнь 2012 йыл, 12:16

Иглин районында яңы МТС ойошторолдо

автор: Ғәлиә Нәбиева

Иглин районында яңы машина-технология станцияһы ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында. Райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге нигеҙендә ойошторолған республикалағы беренсе МТС был. Уны булдырыу өсөн район бюджетынан 5,6 млн һум аҡса бүленгән.

Станция район аграрийҙарына ер эшкәртеүҙә, химик утауҙа, мал аҙығы әҙерләүҙә ярҙам итәсәк. Хеҙмәт күрһәтеү өсөн МТС-та бөтә техника ла бар. Техника дәүләт тикшереүе үткән һәм эшкә төшөргә әҙер, механизаторҙар менән станция тулыһынса тәьмин ителгән. Артабан ауыл хужалығы машиналары паркын игенде урып-йыйыу техникаһы иҫәбенә киңәйтеү планлаштырыла.

МТС-ҡа ауыл хужалығы предприятиеларынан мал аҙығы әҙерләү буйынса хеҙмәт күрһәтеүгә заявкалар килә башлаған да инде.