Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Өфө» универмагы алдындағы майҙанда балалар өсөн байрам үткәрелә

Йәмғиәт

1 июндә төшкө сәғәт 2-нән киске 5-кә тиклем «Өфө» универмагы алдында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған байрам сараһы үткәрелә. «Аркада» идара компанияһының меркетинг һәм реклама департаментынан хәбәр итеүҙәренсә, балаларҙы шаян аниматорҙар, татлы мамыҡ, попкорн, «Мосигра.Уфа» компанияһынан өҫтәлдә мауыҡтырғыс уйындар, һауа шарҙары һәм ыңғай тәьҫораттар көтә.

Ошо уҡ көндө киске 6-ла «Каруанһарай» сауҙа комплексында «Йөрәккә яҡын алып» социаль фотоһүрәттәр конкурсын асыу тантанаһы үтәсәк. Ул 2012 йылда Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған.

Йәмғиәттең иғтибарын киҫкен социаль мәсьәләләргә йәлеп итеү сараның төп маҡсаты иҫәпләнә. Был проблемалар иҫәбендә ташландыҡ балалар, инвалидтар, пенсионерҙар, ветерандарҙың проблемалары, ғаиләнең әҡлаҡи нигеҙҙәре күрһәтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть