Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.85 ↓

EUR 75.40 ↑

20 апрель, Йома

Уфа   °

Өфө ғалимдары Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара конференцияла ҡатнашасаҡ

Иҡтисад

5-7 июндә Ҡазанда Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үтә. Татарстан баш ҡалаһына Украина, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Дондағы Ростов, Өфө, Киров һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалалары вәкилдәре йыйыла. Был хаҡта «Татар-информ» агентлығы хәбәр итә.

Конференцияла ҡатнашыусылар Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү  мәсьәләләрен тикшерәсәк. Сарала Татарстандың Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығы вәкилдәре, Белоруссия аграр-технологик университеты, Дон дәүләт аграр университеты ғалимдары, «Агросоюз» агрохолдингы (Украина), Иҡтисад һәм хоҡуҡ институты (Ҡазан) белгестәре ҡатнаша.

Конференцияның практик өлөшөндә сарала ҡатнашыусылар ТР агросәнәғәт комплексының алдынғы хужалыҡтарына барасаҡ.

автор: «Башинформ»
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть