Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда ҡуртымға бирелгән урман фонды ерҙәренең 98 проценты ағас әҙерләү өсөн файҙаланыла

Иҡтисад

Башҡортостандағы урман фонды ерҙәренең 657 мең гектары бөгөн арендала. Ошо уҡ ваҡытта уларҙың 98 проценты, йәғни 645 мең гектарҙан ашыуы арендаторҙарға ағас әҙерләүгә бирелгән, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Ҡуртымға бирелгән урман фондының ҡалған өлөшө рекреацион эшмәкәрлек алып барыу (0,86 мең га), ауыл хужалығы (3,66 мең) һәм фәнни-тикшеренеү эштәре үткәреү (4,87 мең), ер аҫтын геологик өйрәнеү (0,67 мең), шулай уҡ линия объекттары төҙөү һәм уларҙы файҙаланыу (0,86 мең) өсөн ҡулланыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть