9 декабрь, Йома

01 июнь 2012 йыл, 11:21

Баш ҡалала ЗАГС ремонтҡа ябыла

автор: Эльмира Сабирова

Өфө ҡалаһы Октябрь районы, Зорге урамы, 37 адресы буйынса урынлашҡан ЗАГС ремонтҡа ябыла.

БР Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ике ай (июнь һәм июль) дауамында унда никахтар теркәлмәйәсәк.

Өфөнөң мәҙәниәт учреждениеларында никах теркәү тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Октябрь проспекты, 180 адресы буйынса урынлашҡан Өфөнөң Үҙәк ЗАГС-ына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Телефондар: (8347)284-23-44, 284-49-38.

темалар: загс