8 декабрь, Кесе йома

01 июнь 2012 йыл, 11:05

Өфөнөң «Каруанһарай» сауҙа-эш комплексында социаль фотоһүрәт күргәҙмәһе асыла

автор: Тимур Рәхмәтуллин

1 июндә Өфөнөң «Каруанһарай» сауҙа-эш комплексында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн билдәләү сиктәрендә «Йөрәккә яҡын» («Близко к сердцу») социаль фотоһүрәт күргәҙмәһе асыла. Йәмәғәтселек иғтибарын етем балалар, пенсионерҙар, ветерандар проблемаларына йәлеп итеү сараның төп маҡсаты булып тора. Ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, төбәктең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сығыш яһай. Проект «Независимая Уральская Газета» башланғысы менән үткәрелә.

Күргәҙмә «Йөрәккә яҡын» конкурсы сиктәрендә ойошторола. Республика бәйгеһе үткән йылдың аҙағында старт алғайны, унда йөҙҙән ашыу фоторәссам – профессиональ оҫталар һәм һәүәҫкәрҙәр ҡатнашты. Дәүләт эшмәкәрҙәре, журналистар, фоторәссамдарҙан торған комиссия иң яҡшы эштәрҙе һайлап алды, бөгөн улар күргәҙмәлә тәҡдим ителә.  

Тәүгеләрҙән булып экспозиция менән Башҡортостан парламенты депутаттары танышты: 24 майҙа БР Дәүләт Йыйылышы йортонда күргәҙмә премьераһы үтте. Ағымдағы йылдың октябрь уртаһына тиклем күргәҙмә Өфөнөң һәм республикалағы башҡа ҡалаларҙың сауҙа үҙәктәрендә тәҡдим ителәсәк.

Фотоһүрәттәр 2012 йылдың октябренә тиклем ҡабул ителә. Күсмә күргәҙмә экспозициялары яңыртылып торасаҡ. Күргәҙмәлә ҡатнашыу өсөн «Бәйләнештә» социаль селтәренең махсус битенә инергә кәрәк.