6 декабрь, Шишәмбе

01 июнь 2012 йыл, 10:33

600 ҡатнашыусыға 350 эш урыны: Өфөлә сираттағы вакансиялар йәрминкәһе үтте

автор: Галина Бахшиева

Дәүләткә ҡарамаған милек формаһындағы предприятиелар өсөн кисә Өфөлә үткән вакансиялар йәрминкәһендә 600 кеше ҡатнашты. Был юлы һәр тәҡдим ителгән вакансияға яҡынса икешәр эш эҙләүсе тура килде.

— 33 эш биреүсе йәрминкәгә килеүселәргә сауҙа, сәнәғәт, ял ваҡытын ойоштороу өлкәләрендә 350 буш эш урыны тәҡдим итте. Эш тәҡдим итеүселәр менән һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашҡандарҙан яҡынса 60 кеше эшкә саҡырыу алды, — тине Өфө мәшғүллек хеҙмәтенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина.

Киләһе вакансиялар йәрминкәһе Өфөлә 7 июндә үтә һәм ул тулыһынса йәйге каникулдар осорона йәштәрҙең ваҡытлыса мәшғүллегенә арнала.