7 декабрь, Шаршамбы

01 июнь 2012 йыл, 9:30

«Ирәндек моңдары-2012» конкурсында еңеүсене ВАЗ-2107 көтә

автор: Розалия Вәлиева

Кисә Сибайҙа «Ирәндек моңдары — 2012» төбәк-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы старт алды. Конкурстың төп бүләге — ВАЗ-2107 автомобиле.

Бөрйән, Хәйбулла, Ейәнсура, Учалы, Күгәрсен, Салауат, Ауырғазы, Белорет һәм Әбйәлил райондарынан, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан һәм Ырымбур өлкәһе менән Екатеринбургтан килгән йырсылар иң яҡшыһы исемен алыуға көрәшә, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгендә.

Конкурсанттар башҡорт халыҡ йырҙарын, урындағы йыр фольклорын, ҡобайырҙар һәм ҡыҫҡа көй башҡара. Бынан тыш, уларға башҡарылған йырҙарҙың тарихын белергә лә кәрәк — Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренән һәм сәнғәт оҫталарынан, ғалим-фольклорсыларҙан торған юғары жюри ошо сифаттарҙың барыһын да иҫәпкә ала.  

Конкурсанттар ғалимдар, билдәле халыҡ йырсылары менән осрашырға, шулай уҡ башҡорт вокалы буйынса ижади лабораторияла ҡатнашырға тейеш.

Конкурсты ябыу тантанаһы 2 июндә киске сәғәт 5-тә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында үтәсәк. Иң яҡшы номерҙарҙан торған гала-концерт Сибайҙың үҙәк майҙанында киске 8-ҙә башлана.