Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Йылайыр районында Балалар һабантуйы үтә

Йәмғиәт

2 июндә Йылайыр районында, өлкәндәр өсөн һабантуйҙан тыш, быйыл Балалар һабантуйын да ойошторорға булғандар. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был көндө балаларҙы яланда әкиәт геройҙары ҡаршы аласаҡ. Сара республикала Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына һәм Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә ҡарата үткәрелә.

Программала төрлө милли уйындар, спорт ярыштары, күргәҙмәләр ҡаралған. Шулай уҡ байрам ҡунаҡтары сувенирҙар һатып алып, төрлө ризыҡтарҙан ауыҙ итә аласаҡ.

Дөйөм алғанда Балалар һабантуйы сараларға бай булмаҡсы, тип билдәләнеләр район хакимиәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть