3 декабрь, Шәмбе

01 июнь 2012 йыл, 8:08

Рөстәм Хәмитов менән Михаил Игнатьев «Чаваш-арт» күргәҙмәһен асыу тантанаһында ҡатнашты

автор: : Розалия Вәлиева | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Республикаһында Сыуашстан мәҙәниәте көндәре сиктәрендә М.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында сыуаш сәнғәте оҫталарының «Чаваш-арт» күргәҙмәһе асылды.

Музейҙың өс залында живопись, графика, скульптура кеүек төрлө техникала башҡарылған эштәр һәм биҙәү-ҡулланма әйберҙәре — йәмғеһе 70 экспонат урын алған.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Сыуашстан башлығы Михаил Игнатьев ҡатнашты.

— Беҙҙең халыҡтарҙың мәҙәниәте бер-береһен байыта һәм тулыландыра, — тине сәләмләү һүҙендә Президент. — Халыҡтарыбыҙҙы уртаҡ төрки тамырҙар, уртаҡ традициялар берләштерә. Беҙҙең өсөн бөгөнгө сара айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки беҙ республикалар мәҙәниәте көндәрен үткәреү йолаһын тергеҙәбеҙ – әле был сара Өфөлә үтһә, 2013 йылда беҙ ҙә ошондай уҡ байрам, ошондай уҡ осрашыуҙар үткәреп, Чебоксарҙа ҡунаҡ булырбыҙ, тип ышанам.

Республика башлығы Башҡортостан Республикаһында Сыуашстан мәҙәниәте көндәрен үткәреүҙең инициаторы булғаны өсөн Михаил Игнатьевҡа рәхмәт әйтте.

— Башҡортостан ерендә Сыуашстан Республикаһы мәҙәниәте көндәре үтеүе беҙҙең өсөн айырыуса әһәмиәтле, — тине үҙ сиратында Сыуашстан башлығы Михаил Игнатьев. — Халҡыбыҙ араһында быуаттар дауамында барлыҡҡа килгән бәйләнештәр әле лә һаҡлана. Башҡортостан Республикаһы менән хеҙмәттәшлек киләсәктә лә дауам итер, булған традицияларҙы һаҡлап ҡына ҡалмайынса, уларҙы артабан үҫтерербеҙ, тип ышанам. Михаил Игнатьев Рөстәм Хәмитовҡа Мостай Кәримдең сыуаш теленә тәржемә ителгән шиғырҙарын бүләк итте. Тағы йөҙ экземпляр республика китапханаларына тапшырыласаҡ.

«Чаваш-арт» күргәҙмәһе июнь аҙағына тиклем эшләй.

темалар: күргәҙмәләр